Укыту-тернәкләндерү үзәге
Тел.: 88001015085
Казан, Серов урамы, 4а

Яңалыклар:

Башҡортса белем

Мечеть Ярдэм / Төп яңалыклар / Башҡортса белем

Башҡортса белем. Төп яңалыклар

Дин —ул нәсихәт01.02.2013 // Йәмғиәт

Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән: “Нимә ул дин?” — тип һорағандар. Ул оҙон-оҙаҡ аңлатып тормаған, ә мәҡәл кеүек ҡыҫҡа, тос итеп: “Дин — ул нәсихәт”, — тигән. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу ул. Ә әҙәм балаһы бындай өгөткә һәр ваҡыт мохтаж. Нәсихәт төрлө була: атай-әсәйҙеке, өләсәй-олатайҙыҡы, туғандарҙыҡы, етәксенеке, иптәштәрҙеке. Бөтөнөһө лә кеше тормош юлында аҙашмай, тура юлдан барһын, хата эшләмәһен, ауырлыҡҡа бирешмәһен, бәхетле булһын тигән ниәттә әйтелә. Ә иң юғарыла — Аллаһ Тәғәләнең өгөтө.
Әҙәм балаһы тормошта һәр саҡ кемдәндер өлгө ала. Иң тәүҙә — атай-әсәйҙән, яҡындарынан. Ғаиләлә туғандар бер-береһен үрнәк итә, белмәгәне белгәненән өйрәнеп үҫә. Беҙ, Совет осоро балалары, күберәк әҙәби геройҙарҙан өлгө алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың ил именлеге өсөн көрәшкән батырҙары үрнәк булып тора. Әкиәттәребеҙҙә, эпостарыбыҙҙа ла батырлыҡҡа, илһөйәрлеккә, милләтте, телде һаҡлау мәсьәләләренә ҙур урын бирелгән.
Ә Аллаһ Тәғәлә был йәһәттән динен, ошо тәғлимәтте халыҡҡа өйрәтеү өсөн үҙенең пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торған. Беҙгә Ислам динен индереүсе — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Диндең эсендә әхлаҡ төшөнсәләре, милләт-ара, ғаилә мөнәсәбәттәре ята. Һәр дәүләттең үҙ ҡанундары бар, улар халыҡҡа күпмелер ваҡыт хеҙмәт итә, яңыртыла. Ә Аллаһ Тәғәләнең ҡанундары буйынса мосолман иң тәүҙә уның ҡушҡандарын үтәй, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең күрһәткән юлынан бара, шулай уҡ, дәүләт ҡанундарын да ихтирам итеп, илдең терәге булып йәшәй. Тимәк, һәр ваҡытта бер-беребеҙгә өгөт-нәсихәттә булырға, “яҡшы һүҙ — йән аҙығы” тигән мәҡәлде онотмаҫҡа, күркәм өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Шулай булғанда, Аллаһ бирһә, илдә, ғаиләлә бәрәкәт булыр, әхлаҡ, иман нуры һүнмәҫ, милләт-ара татыулыҡ нығыныр. Амин.

 

 

Темы и тэги:

Чувашия чебоксары батырево шыгырдан ислам  коран  сунна  напоминание  иман  религия  дагестан  намус мусульмане  сунна пророка  мусульманка  чечня  мечеть  хиджаб  истина  мухаммад  ихсан  рамадан  ингушетия  кавказ  хадисы  аят  мусульманин  махачкала  голос имана  сура  медина  умма   махачев  алтайбаев  исламские платья  исламские видео  религия  картинки  платья махар махер никах секс  кчр  одежда  магазин  истина  ислам жизнь дагестан  чечня  намаз  махачкала      мусульмане  ингушетия  иман  напоминание  москва  грозный  мусульманка  кавказ  мечеть  хиджаб  хадисы  хадис  россия  мусульманин  мекка  рамадан  умма  таджикистан  кбр  мухаммад  хадж халяль еда  рецепты  маркет   уфа   москва   заработок   мясо   кафе   работа   сочи   деньги   бизнес   торты   астана   отель   самара   отдых   экспо   работа   туризм   астрахань   новости   халал никах татар   татары   Татарстан   татар     Казань   татарка     татары   казан     радио тв  малай  вайн     татарочки   татарск   татарский язык я татарин   татары москвы   эстрада     татария  татары самары    татарочки   татарки    поймут     дагестан   хабиб нурмагомедов   мюрид краснодар  челябинск  новосибирск  россия  самара  екатеринбург  омск  сочи  питер   ростов  одежда   воронеж  красноярск  волгоград  любовь  мода  пермь  саратов  владивосток  мужска россия  москва  путешествие  челны  нижнекамск   казахстан   нива   осень   альметьевск башкортостан  аксессуары  дети  лаишево  хмао татарстан24  фото почта подписка казахстан  алматы  астана казах  казахи  токаев  намаз  нурсултан тараз поймут  атырау  актау  назарбаев    караганда  актобе алмата  бисмиллях каспийск  костанай  снг мусульмане фильмы прикол  интернациональная  петропавловск  футбол фильм караганда  актау  атырау  павлодар  актобе  красота  тараз  семей  костанай  уральск  маникюр казахстанский дизайнеры  ташкент  узбекистан  авиабилеты  самарканд  навои бухара  путешествие  техника  бишкек  верный  таджикистан  туры  хива оптом  мода  одесса  доставка  кавказ  беларусь  пижамы  душанбе    туркменистан  киргизия  фергана красота  девушки Турция арабы аравия катар сирия бахрейн джидда хадж мекке мекка мадина камиля


Каталог статей
Рассказать друзьям

Фотоистория мечети
Новости мечети

© 2013-2024 "Ярдәм" мәчете, рәсми сайт
Сайт Ариф студиясендә
ясалды